|
Ярҙамсы йүнәлештәр |
Wikipedia:Тиҙ башланғыс өсөн ҡулланмаБыл проектта ҡатнашыуҙан ҙур ләззәт алырһығыҙ тип өмөтләнәбеҙ. [үҙгәртергә] 1-се аҙым. Мәҡәлә өсөн тема һайлағыҙ.Үҙегеҙгә ҡыҙыҡ булған бер тема һайлағыҙ. Бик мөһим йәки көнүҙәк мәсьәләләр булһа ла һеҙгә ҡыҙыҡ түгелдәр икән уларҙы һайламағыҙ. Тәү башта ул теманы бик ентекле белеүегеҙ кәрәкмәй, тик ул теманы тағы ла тулыраҡ итеп өйрәнеү теләгегеҙ булырға тейеш. Һайлаған темағыҙ буйынса ышаныслы мәғлүмәттәрҙе ҡайҙан аласағығыҙҙы тәүҙән үк билдәләп ҡуйыу хәйерле булыр. [үҙгәртергә] 2-се аҙым. Мәҡәлә өсөн исем һайлағыҙ.Википедиялағы мәҡәлә исемдәре төп килештә һәм берлек һанда булалар, мәҫәлән: Византия Империяһы, Башҡортостан. Әгәр мәҡәләнең исеменән нимә тураһында һүҙ барасағын аңлап булмаясаҡ икән, йәйәләр эсендә аңлатып китегеҙ, мәҫәлән: Ғилмияза (спектакль), Салауат Юлаев (хоккей клубы). Кешеләр тураһындағы мәҡәләрҙең исемдәре ул шәхестең фамилияһынан башлана, мәҫәлән: Бабич, Шәйехзада Мөхәмәтзәкир улы; Бикбаев Рауил Төхвәт улы. Фамилияһынан һуң исеме (исеме берәүҙән күп булһа -- бөтә исемдәре) һәм атаһының исеме белдереп үтелә. Ике кеше тураһында бер мәҡәлә яҙырға ярамай, улар бик яҡын туғандар булһалар ҙа. [үҙгәртергә] 3-сө аҙым. Яҙыласаҡ мәҡәләнең барлығын тикшерегеҙ.Һеҙ һайлаған теманың төп һүҙҙәрен һулдағы «Эҙләү» юлына керетегеҙ һәм аҫтындағы «Эҙләү» төймәһенә баҫығыҙ. Эҙләү һөҙөмтәләре һылтанмалар рәүешендә буласаҡ. Әгәр һеҙ ҡыҙыҡған мәҡәлә бар икән, ул мәҡәләга күсегеҙ һәм өҫтәге «үҙгәртергә» төймәһенә баҫып мөхәррирләү тәҙрәһен асығыҙ. Шулай итеп һеҙ булған мәҡәләне төҙәтә алаһығыҙ. [үҙгәртергә] 4-се аҙым. Мәҡәләне булдырығыҙ.Әгәр ҡыҙыҡһынған мәҡәләгеҙ юҡ икән – уны булдырырға кәрәк. Уның өсөн һулдағы «Төп йүнәлештәр»ҙең аҫтындағы «эҙләү» юлына буласаҡ мәҡәләнең исемен яҙығыҙ һәм аҫтындағы «Күсеү» төймәһенә баҫығыҙ. Шулай итеп беренсе мәҡәләгеҙҙе мөхәррирләй алаһығыҙ. [үҙгәртергә] 5-се аҙым. Мәҡәләне дөрөҫ башлап китегеҙ.Википедия мәҡәләләре, исеменең ҡабатланыуы һәм төшөнсәнең аныҡламаһы менән башланып китәләр, мәҫәлән: «Урал батыр — Башҡорт халыҡ эпосы, быуаттарҙан ...», «Ислам — ( ғәрәпсә الإسلام — тоғролоҡ) , донъя диндәренең береһе. АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘНЕҢ , Пәйғәмбәре, ... ». Йәйәләр эсендә һүҙҙең ҡайҙан барлыҡҡа килгәнен белдерергә була. Шәхестәр тураһындағы мәҡәләләрҙә исемдән һуң тыуыу һәм үлем көндәрен йәйәләр эсендә яҙыр кәрәк: «Луи́ Жан Люмье́р (Ҡалып:Lang-fr; 5 октябрь 1864, Безансон — 6 июня 1948, Бандоль) — кинематографты уйлап табыусы, француз …». Был үрнәктәге кеүек исемдәрҙең оригиналь яҙылышын һәм тыуыу һәм үлем ерҙәрен белдереп китеү яҡшы була. Википедияла «ё» хәрефен «е» хәрефенә һәм тире «—» билдәһен дефис «-» билдәһенә алмаштырыу ярамай. Әгәр Википедияны оҡшатһағыҙ башҡа мәҡәләләрҙе биҙәү ҡағиҙәләре менән таныша алаһығыҙ. [үҙгәртергә] 6-сы аҙым. Мәҡәләне яҙығыҙ.Кәңәш ителгән мәҡәләнең иң әҙ күләме — 500 билдә; мәҡәлә фәнни стилдә яҙылырға, ләкин үҙләштерелә алырлыҡ (фәнни-популяр) стилдә булырға тейеш. Бынан башҡа Википедия мәҡәләләрен яҙғанда күҙ алдында тотолорға тейешле иң мөһим ике принцип бар:
Һайланған мәҡәләләр категорияһында һеҙ бик матур итеп яҙылған һәм яҡшы итеп биҙәлгән белемдең төрлө тармаҡтары тураһындағы мәҡәләләрҙе таба алаһығыҙ. Ул мәҡәләләр тауыш биреү менән иң һәйбәттәр араһына һайланып алынғандар – уларҙы үрнәк итеп ҡулланығыҙ. [үҙгәртергә] 7-се аҙым. Мәғлүмәттәрегеҙҙең сығанаҡтарын күрһәтегеҙ.Мәҡәлә яҙылып бөткәндән һуң уның аҫтында «Әҙәбиәт» бүлемен булдырығыҙ һәм унда исемлек рәүешендә һеҙ ҡулланған баҫма сығанаҡтарҙы (сығанаҡтың исемен, авторын, нәшер иткән ойошманы, баҫылған йылды һәм мөмкинлек булһа ISBN номерын) күрһәтегеҙ. Шунан һуң «Тағы лы ҡарағыҙ» бүлеген эшләгеҙ һәм унда тема буйынса яҡын булған Википедия мәҡәләләренә һылтанмарҙы исемлек рәүешендә күрһатегеҙ. Мәҡәләнең иң аҙағында иһә «Һылтанмалар» бүлеген эшләгеҙ һәм унда мәғлүмәт алған Интернет селтәре биттәрен һанап китегеҙ. «Һылтанмалар» бүлегендә ул сайттан мәғлүмәттәр алмаған булһағыҙ ҙа тема буйынса ҡыҙыҡлы сайттар ҙа күрһәтелергә мөмкин. [үҙгәртергә] 8-се аҙым. Мәҡәләне матур һәм дөрөҫ итеп биҙәгеҙ.Һойләмдәрҙе йәки һүҙҙәрҙе вики-тамғалау бик ябай:
«
Текстты биҙәүҙең һәм урынлаштырыуҙың һуңғы баҫҡысы – орфографияны тикшереү. Хәҙерге ваҡытта интернет селтәрендә башҡорт телендәге тексттарҙың орфографияһын тикшерәсәк ҡорал юҡ, киләсәктә булыр тип өмөтләнәбеҙ. Шунлыҡтан яҙған мәҡәләгеҙҙе бик иғтибарлы уҡып сығығыҙ һәм ентекле рәүештә тикшерегеҙ. Һәм мәҡәлә аҙағында имза ҡуйырға ярамағанлығын онотмағыҙ. [үҙгәртергә] 9-сы аҙым. Мәҡәләгеҙҙе категорияларға ҡушығыҙ.Эҙләүҙе еңеләйтеү өсөн Википедияның һәр бер мәҡәләһе бер йәки бер нисә категорияға ҡушыла. Бер мәҡәләне категорияға ҡушыу өсөн сығанаҡ текст аҙағында «Һылтанмалар»ҙың аҫтында бер буш юл ҡалдырыр һәм һәр яңы юлда икеле квадрат йәйәләр араһында «Категория:» һүҙенән һуң категория исемдәрен яҙып китер кәрәк. Мәҫәлән: [[Категория:Физика]] йәки [[Категория:Башҡортостан тарихы]]. Шәхестәр тураһындағы мәҡәләләр «Әлифба буйынса шәхестәр» категорияһына ҡуйылырға тейеш: ([[Категория:Әлифба буйынса шәхестәр]]), шулай уҡ тыуыу һәм үлеү буйынса ла (мәҫәлән, [[Категория:2 июль тыуғандар]] йәки [[Категория:1890 йылында үлгәндәр]]) һәм һөнәре һәм иле (мәҫәлән, [[Категория:Философтар]]) буйынса ла категорияларға ҡушылырға тейештәр. Фильмдар, компьютер уйындары һәм романдар донъяға сығыу йылы һәм жанрҙары буйынса категорияларға ҡушылалар (мәҫәлән, [[Категория:Романдар 1910]], [[Категория:Фильмдар 1977]] йәки [[Категория:Комедия фильмдары]]). [үҙгәртергә] 10-сы аҙым. Интервики-һылтанмаларын ҡуйығыҙ.Википедия — донъяның бер нисә тиҫтә телендә бүлектәре булған халыҡ-ара энциклопедия. Төрлө телдәге бер үк мәҡәләләр араһында интервики һылтанмалары ҡуйыр кәрәк. Бының өсөн мәҡәләгеҙҙең исемен инглиз йәки немец теленә тәржемә итегеҙ. Мәҡәләнең аҙағында, категорияларҙан һуң бер буш юл ҡалдырығыҙ, шунан яңы юлда ошо төҙөлөштө яҙығыҙ: [үҙгәртергә] ЙомғаҡлауӘйтеп үтелгәнсе, Википедияның һайланған мәҡәләләре категорияһында һеҙ тауыш биреү менән иң һәйбәт мәҡәләләр араһына һайлап алынған, һәм бер аҙналығына баш биткә урынлаштырылған мәҡәләләрҙе таба алағыҙ. Мәҡәлә яҙған һәм һуңынан мәҡәләһе иң һәйбәттәр араһына һайланып алынған ҡатнашыусы үҙен ысын мәғәнәһендә википедиясы итеп тоя ала. Һеҙ ҙә шулай яҡшы итеп мәҡәлә яҙып ҡарағыҙ һәм һайланған мәҡәләләргә керетеү өсөн тәҡдим итегеҙ. Һәм тағы ла бер нисә файҙалы һылтанма:
Әгәр Һеҙгә Википедия оҡшаны ниһә, дуҫтарығыҙға тәҡдим итергә онотмағыҙ! |